Фирҡәләрҙең һайлау штабтарында киләһе тауыш биреүгә әҙерлек бара. Кандидаттар әлегә «Берҙәм Рәсәй» партияһында ғына раҫланған. Ҡалғандар депутатлыҡҡа дәғүәселәрҙең исемлеген төҙөй. Әүҙем сәйәси миҙгел алдынан БЮТ каналының ижади төркөмө партияларҙың штабтарында булды.
Сәйәси партияларҙың һайлау штабтары эшмәкәрлеген нисек бар, шулай яҡтыртыу маҡсатында БЮТ каналының ижади төркөмө алдан шылтыратып, осрашыу тураһында килешмәне. Хеҙмәткәрҙәр иҫкәртелмәне. КПРФ-тың Башҡортостан төбәк бүлексәһендә әле республика конференцияһына әҙерлек бара. Унда һайлауҙа ҡатнашасаҡ кандидаттар исемлеге билдәле буласаҡ.
Һайлау яҡынлашыуы тураһында фирҡә офисында тупланған атрибутика ғына һөйләй.
Иртәгә Мәскәүҙә Либерал-демократтарҙың Бөтә Рәсәй съезы уҙа. Йыйында сәйәси фирҡәнең кандидаттары исемлеге раҫланырға тейеш. Төбәк бүлексәһе аппараты һайлауға әҙерлек режимына көйләнгән. Халыҡ менән онлайн һәм офлайн осрашыуҙар уҙғарыла.
«Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙа ҡатнашасаҡ кандидаттар исемлеген уҙған аҙнала уҡ раҫланы. Һайлау яҡынлашҡан һайын мәшәҡәт тә, көсөргәнешлек тә арта.
«Яблоко» партияһы штабы ғына буш тора. Фирҡә бүлексәһе ябай ҡала фатирында күп ҡатлы йортта урынлашҡан. Әммә партия ағзалары эш урынында булмай сыҡты. Июль башынан сәйәси әүҙемлек арта башлаясаҡ. Ошо осорҙан партияларға агитация материалдары өсөн тәғәйенләнгән махсус иҫәп асырға рөхсәт ителә.
19 сентябрь Берҙәм тауыш биреү көнөндә республика халҡы Дәүләт Думаһынан тыш, айырым участкаларҙа Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм урындағы үҙидаралыҡтарҙың вәкәләтле органдарына ла депутаттар һайлаясаҡ.
Рафиҡ Әхмәтшин




