Баймаҡтан 11 бала тәрбиәләгән Боҫҡоновтарға микроавтобус тапшырылды

Әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Баймаҡтан 11 бала тәрбиәләгән Боҫҡоновтарға микроавтобус тапшырылды. Ишле ғаиләне транспорт сараһы менән тәьмин итергә төбәккә эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы ҡушҡайны. Асҡысты бөгөн Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов тапшырҙы.

Зөлфиә Рәфҡәт ҡыҙы менән Вәкил Вәсил улы Боҫҡоновтарҙың ҙур татыу ғаиләһенә һоҡланмаған кеше юҡ, уларҙың өлкән ҡыҙына 28, ә бәләкәй улдарына 6 йәш. Ғаилә башлығы Баймаҡ ҡойоу-механика заводында токарь булып эшләй. Ул «Ил терәге» миҙалы менән бүләкләнгән.

Өс йыл элек Боҫҡоновтар ишле ғаиләләргә бирелгән торлаҡ сертификаты ярҙамында Баймаҡтан йорт һатып алған. Бөгөн ишле ғаиләнең тағы ла бер хыялы тормошҡа ашты, уларҙың хәҙер үҙ микроавтобусы ла бар. Республика башлығы исеменән бүләкте Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов тапшырҙы. Тантаналы ваҡиғала Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев та ҡатнашты.

Яңы Газель микроавтобусы 13 урынға иҫәпләнгән. Ҙур ғаилә өсөн был бик уңайлы. Сөнки Боҫҡоновтарҙың 11 балаһынан башҡа ике ейәне лә бар. Ғаилә башлығы әйтеүенсә, хәҙер күмәкләп теләгән ергә барырға мөмкин.

Май айында Радий Хәбиров менән Баймаҡтың Еңеү паркында осрашҡан ваҡытта микроавтобус бирәсәкбеҙ тигәс ышанып етмәгәйнем, һүҙендә торҙо, ти Вәкил Боҫҡонов.

Фото №1 - Баймаҡтан 11 бала тәрбиәләгән Боҫҡоновтарға микроавтобус тапшырылды

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ