Быйыл республиканың туберкулезға ҡаршы хеҙмәте бер быуатлыҡ юбилейын ҡаршылай

Ҙур дата уңайынан Өфөлә ғилми-ғәмәли конференция ойошторолдо. Сараға илдең төрлө төбәктәренән белгестәр саҡырылды. Шулай уҡ «Торатау» конгресс-холлында тармаҡ үҫешенә ҙур өлөш индергән бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә, фтизиатрҙарға дәүләт наградалары тапшырылды. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Үҙ ғүмерҙәрен аямай йоғошло сир менән көрәшеүселәргә лайыҡлы награда. Республиканың туберкулезға ҡаршы хеҙмәтендә эшләүсе өс йөҙҙән ашыу белгескә дәүләт наградалары тапшырыла. Бүләкләнеүселәр араһында диспансерҙың Салауат филиалы мөдире Айҙар Әлибаев та бар. Хәҙер ул Башҡортостандың атҡаҙанған табибы.

Дөрөҫ туҡланмау, насар көнкүреш шарттары, стресс – ауырыу сәбәптәре күп төрлө. Иң мөһиме, ваҡытында дауалау курсы үтергә кәрәк. Белгестәр был сирҙән ҡотолоу юлдарын да белә. Пациенттар стационарҙан һуң, шифаханаларҙа дауалау курсы үтә. Рационда ҡымыҙ ҙа бар. Аксаков, Чехов, Толстойҙар ҙа бит шифалы эсемлек артынан тап Башҡортостан еренә юлланып дауаланған. Уҙған быуат башында төбәктә туберкулезға ҡаршы тотош бер хеҙмәт барлыҡҡа килеүе лә уңышлы башланғыс була.

Һуңғы биш йылда республикала туберкулез менән сирлеләр егерме процентҡа кәмегән. Ололар араһында ауырыу күрһәткесе йөҙ меңгә 37 тәшкил иткән. Был һандар артында ҡотҡарылған кеше ғүмерҙәре. Башҡортостандағы хеҙмәт ил кимәлендә уңышлы эш алып бара.

Сирлеләр өсөн Башҡортостан медицина учреждениеларында 1680 койко-урын иҫәпләнә, уларҙың ике йөҙө балаларға ҡаралған. Ваҡытында ойошторолған диагностика, дауалау алымдары бәлиғ булмағандар араһында ла туберкулездан яфаланыусыларҙы кәметкән. Былтыр егерме биш осраҡ ҡына теркәлә. Шул уҡ ваҡытта пациенттарға юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелеп, ҡатмарлы операциялар ҙа яһала.

Фото №1 - Быйыл республиканың туберкулезға ҡаршы хеҙмәте бер быуатлыҡ юбилейын ҡаршылай

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ