Ирекмәндәр Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашасаҡ сит ил ҡунаҡтарын ҡаршы алырға әҙерләнә

Халыҡ-ара Өфө аэропортында эшләйәсәк ирекмәндәр өсөн уҡыуҙар үтте.

6-сы Бөтә донъя фольклориадаһына ирекмәндәр төркөмөн туплау ҡышҡыһын уҡ башлана. Барлығы республика буйынса 700 кеше һайлап алына. Улар мәҙәни фестивалде үткәрергә ярҙам итәсәк. Бер төркөм ирекмәндәр концерт майҙандарында, икенселәре – муниципалитеттарҙа эшләйәсәк. Ә инде ҡунаҡтарҙы иң беренсе булып Мостай Кәрим исемендәге Өфө халыҡ-ара аэропортында ҡаршы аласаҡтар.

Әлеге көндә урында эшләйәсәк ирекмәндәрҙе уҡытыу дауам итә. Фольклориадала ҡатнашасаҡ барлыҡ ҡунаҡтар Мәскәү аша осасаҡ. Беренселәрҙән булып 1 июль Панамо коллективы килә. Артабан улар район-ҡалаларҙы үҙ эсенә алған фестиваль округтарына ебәрелә.

Халыҡ-ара фольклориадала эшләйсәк ирекмәндәрҙе уҡытыу өс көн дауам итә, улар төрлө нөктәләр буйынса тәғәйенләнә. Шулай уҡ Рәсәй ирекмәндәр ассоциациаһы программаһы буйынса илдең төрлө ҡалаларынан 30 кеше ярҙамға килер тип көтөлә.

Фото №1 - Ирекмәндәр Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашасаҡ сит ил ҡунаҡтарын ҡаршы алырға әҙерләнә

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ