Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәтенең Координация үҙәгендә семинар-кәңәшмәлә ҡатнашты

Фото №1 - Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәтенең Координация үҙәгендә семинар-кәңәшмәлә ҡатнашты

Унда торлаҡ төҙөлөшө һәм биләмәләрҙе үҫтереү өлкәһендә милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләһе ҡаралды. Кәңәшмәне вице-премьер Марат Хөснуллин үткәрҙе. Радий Хәбиров шәхси торлаҡ төҙөлөшө баҙары буйынса эшсе төркөм ултырышында модератор булды. Быйыл 4 айҙа республикала 940 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Уның 61 проценты шәхси йорт һалып инеүселәргә тура килә. Беҙҙең республика льготалы һәм ауыл ипотекаһы программалары үтәлеше буйынса илдә алдынғы урындарҙа килә. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса Башҡортостанда быйыл 2 миллион 200 мең квадрат метр торлаҡ төҙөү бурысы ҡуйылған.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ