Баймаҡтан 11 бала тәрбиәләгән Боҫҡоновтарға микроавтобус тапшырылды. Төбәккә эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы ишле ғаиләне транспорт сараһы менән тәьмин итергә ҡушҡайны. Автомобиль асҡысын Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов тапшырҙы.
Зөлфиә Рәфҡәт ҡыҙы һәм Вәкил Вәсил улы Боҫҡоновтарҙың татыу ғаиләһенә һоҡланмаған кеше юҡ, уларҙың өлкән ҡыҙына 28, ә бәләкәй улдарына 6 йәш. Ғаилә башлығы Баймаҡ ҡойоу-механика заводында токарь булып эшләй. Ул «Ил терәге» миҙалы менән бүләкләнгән.
Өс йыл элек Боҫҡоновтар ишле ғаиләләргә бирелгән торлаҡ сертификаты ярҙамында Баймаҡтан йорт һатып алған. Бөгөн ишле ғаиләнең тағы ла бер хыялы тормошҡа ашты, уларҙың хәҙер үҙ микроавтобусы бар. Республика башлығы исеменән бүләкте Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов тапшырҙы.
Тантаналы ваҡиғала Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров та ҡатнашты. Уның һүҙҙәренсә, ишле ғаиләләр күберәк булырға тейеш.
Яңы Газель микроавтобусы 13 урынға иҫәпләнгән. Ҙур ғаилә өсөн был бик уңайлы. Сөнки Боҫҡоновтарҙың 11 балаһынан башҡа ике ейәне лә бар. Ғаилә башлығы әйтеүенсә, хәҙер күмәкләп теләгән ергә барырға мөмкин. “Май айында Радий Хәбиров менән Баймаҡтың Еңеү паркында осрашҡанда микроавтобус бирәсәкбеҙ” тигәс ышанып етмәгәйнем. Һүҙендә торҙо”, - ти Вәкил Боҫҡонов.
Балалар үҫтергән, татыу ғаиләләр – Рәсәйҙең киләсәге. Һәм уларға ярҙам күрһәтеү – дәүләттең мөһим бурысы. Был турала президент Владимир Путин “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе съезында белдерҙе. Ил етәксеһе әйтеүенсә, демографик хәл ҡатмарлы ҡала, шуға ла кире күренештәрҙе кәметеү маҡсатында бөтә көстө иҡтисад һәм төбәктәр үҫешенә, социаль өлкәгә, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлауға йүнәлтергә кәрәк.






