Премьер-министр Андрей Назаров ҙур ойошмалар етәкселәре менән кәңәшмә үткәрҙе. Быйыл төп капиталға былтырғынан 4 процентҡа күберәк инвестиция йәлеп итеү бурысы ҡуйылған. Был күрһәткескә өлгәшеү өсөн ойошмалар менән кире элемтә булдырыу мотлаҡ тип белдерҙе Андрей Назаров. Власть ҙур предприятиеларға проекттарын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итә. 2024 йылғаса төп капиталға 650 миллиард һум инвестиция йәлеп ителергә тейеш.




