Ултырышты вице-премьер Ирек Сәғитов үткәрҙе. Республикала ошо көндәрҙә халыҡты иҫкәртеү буйынса яңыртылған система файҙаланыуға тапшырылды. Район һәм ҡалаларҙа реаль ваҡытта ғәмәлдәге хәлде күҙәтеп барырға була. Республикала 1 майҙан 15 июнгә тиклем күпселек райондарҙа ҡоролоҡ күҙәтелде. 66 меңдән ашыу гектарҙа баҫыуҙар зыян күргән.






