Хөкүмәт Аппараты Етәксеһе – беренсе вице-премьер Булгаков ауылында булды. Бында 825 урынлыҡ мәктәп төҙөлә, үҙәк урамдарҙың береһендә асфальт һалына һәм парк төҙөкләндерелә. Яңы Булгаков биҫтәһендә әүҙем төҙөлөш бара. Киләсәктә халыҡ һаны 25-30 меңгә етеүе ихтимал. Шуға микрорайон һәм ауылда социаль объекттар төҙөлөшө көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Һуңғы ике йылда Өфө районында 7 балалар баҡсаһы һәм 5 мәктәп файҙаланыуға тапшырылды.




