Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡаралды. Уға ярашлы, электр самокат, гироскутер, монотәгәрмәстәр тиҙлеген сәғәтенә 10 километрғаса кәметергә тәҡдим ителде. Әммә бындай үҙгәреш ҡайһы бер депутаттар араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Шуға тиҙлекте көйләү хоҡуғын район һәм ҡалалар хакимиәттәренә тапшырыу башланғысы индерелде. Көҙгө сессияла закон проекты икенсе уҡыуҙа ҡарала.






