“Бәйләнештә” социаль селтәре Бөтә донъя фольклориадаһының рәсми партнеры булды

Фото №1 - “Бәйләнештә” социаль селтәре Бөтә донъя фольклориадаһының  рәсми партнеры булды

Интернет ҡулланыусылар “фольклориада2021” һылтанмаһы буйынса фестивалде асыу һәм ябыу тантанаһын тура эфирҙа ҡарай ала. Халыҡ-ара мәҙәни сара 3 июлдә башлана. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, унда 43 дәүләттән 1 мең 500 кеше ҡатнашыуы көтөлә. Улар араһында бейеү, фольклор коллективтары, милли ансамбль һәм йәштәр мәҙәни үҙәктәре бар.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ