Бөгөн баш ҡала экспедицияһы Кавказға юлланды

Фото №1 - Бөгөн баш ҡала экспедицияһы Кавказға юлланды

Өфөнән Ҡаф тауына. Бөгөн баш ҡала экспедицияһы Кавказға юлланды. Төркөмдө Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе, Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов етәкләй. Сәфәрҙә ҡатнашыусылар Мостай Кәрим бейеклегенә күтәрелергә ниәтләй. 2018 йылда шағирҙың 100 йыллығы уңайынан Башҡортостан альпинистары 3 мең 550 метрлыҡ түбәгә уның исемен бирҙе. Салауат Сәғитов белдереүенсә, тауға менеү өсөн альпинист оҫталығы кәрәкмәй, физик яҡтан ныҡ кешеләр унда еңел күтәрелә. Мостай Кәрим түбәһен туристар яҡшы белә. Эргәлә генә әҙиптең дуҫы Ҡайсын Кулиев ҡаяһы урынлашҡан. Уның бейеклеге – 4 мең метр.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ