Бөгөн республика хөкүмәтендә үткән брифингта министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре ошо мәсьәлә буйынса журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау федераль хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе Анна Казак әйтеүенсә, мобиль лаборатория ҡаланың төрлө урындарында һауаның таҙалығын тикшерә.
Һауалағы насар еҫ һөҙөмтәһендә медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итеүселәр булмаған. Был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.






