Мәҙәниәт министрлығынан белдереүҙәренсә, тейешле документтар тулыһынса тапшырылған. Тикшереү сентябрҙә тамамлана. Унан һуң, ведомство аукцион ойоштора һәм еңеүсе ойошмалар менән килешеү төҙөй. Дәүләт циркын 2024 йылда – Өфөнөң 450 йыллығына асыу планлаштырыла. Авария хәлендәге бина 2017 йылда ябылғайны. Ремонт хаҡы 1 миллиард ярым һумға баһалана.






