Президент менән «Тура бәйләнеш» 30 июндә ойошторола. Беренсе канал, “Рәсәй-1”, ”Рәсәй-24”, “НТВ”, “МИР”, “ОТР” телеканалдары программаны тура эфирҙа күрһәтә. Уны “Рәсәй радиоһы”, “Вести FM” һәм “Маяк” радиостанцияларында тыңларға була.
Һорауҙарҙы “Мәскәү – Путинға” мобиль ҡушымтаһы аша ебәрергә мөмкин. Шулай уҡ Москва-путину нөктә ру, Москва-путину нөктә рф сайттарынды ҡалдырырға була. СМС йәки ММС-хәбәрҙәр 0-40-40 һандары йәки 8-800-200-40-40 телефоны буйынса ҡабул ителә.
Социаль селтәрҙәрҙә лә мөрәжәғәт ҡалдырырға була. Президент менән тура бәйләнеш Мәскәү ваҡыты менән көндөҙгө 12-лә башлана.
Рафиҡ Әхмәтшин




