Был турала бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың эш төркөмө ултырышында белдерелде.
Дарыу препараттарының төрөн һәм хаҡтарын күҙәтеү буйынса эш төркөмөнә депутаттар, министрлыҡ, ведомстволдар вәкилдәре инә. Бөгөн икенсе утырыш. Ошоға тиклем төркөм ағзалары Республика төбәктәрендә мониторинг үткәргән.
Тикшереү күрһәтеүенсә, ҡала-райондарҙа ғына ла хаҡтар айырыла. Тотош ил кимәлендә лә дауалау препараттарының ҡиммәтләнеүе күҙәтелә. Был берҙән Рәсәйҙә ҡуланылған дарыуҙарҙың 60-70 проценты сит илдән индерелеүе һәм доллар хаҡы үҙгәреү менән бәйле. Әммә үҙебеҙә етештерелгән продукцияға ла хаҡ төшмәй.
Эш төркөмө илдә сығарылған дарыу препараттарына хаҡты көйләргә кәрәк тигән фекерҙә. Шулай уҡ урында етештереүҙе яйға һалыу, элекке фармация предприятиеларын тергеҙеү ҙә талап ителә.
Рәмзиә Кәримова






