Баш ҡалала бәйге финалы үтәсәк майҙандар тикшерелде.
«Янғын хәүефһеҙлеге» һәм «Ҡотҡарыу эштәре» компетенциялары буйынса ярыштар 21-нән 25-се июлгә тиклем дауам итә. Республика исеменән был номинацияларҙа 2 команда көс һынаша. Чемпионатҡа ҡаршылыҡтар, дистанция билдәле, яҡын арала һуңғы тренажерҙар ҡуйыла.
Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, ярыш төбәккә инвестицияларҙы йәлеп итеү ҡеүәһен үҫтерәсәк. Шулай уҡ чемпионат, тәү сиратта, юғары квалификациялы белгестәрҙе әҙерләүгә ярҙам итә.
Әлфинә Килдейәрова




