Уның эшендә республика башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин ҡатнашты. «Республикала беҙ татыулыҡта һәм дуҫлыҡта йәшәйбеҙ. Был Башҡортостандың үҫеш нигеҙе. Конфессия-ара татыулыҡ радикал идеологияға кәртә булып тора», – тине Александр Сидякин.
Семинарҙа имамдар халыҡты коронавирусҡа ҡаршы вакцинациялау мәсьәләһен дә күтәрҙе. Күренекле дин әһелдәре менән мосолман ғалимдары эксперт советы ағзалары вакцина етештереү барышы менән танышҡан, дин ҡанундары боҙолмағанлығы билдәләнгән.
Улар “Спутник V” вакцинаһының хәләл булыуы, Ислам нормаларына тап килеүе тураһында һығымта яһаған. Башҡортостан мосолмандары диниә назарарты рәйесе, мөфтөй Айнур Бирғәлин да вакцинаның хәләл булыуын билдәләне һәм ауырыуҙан һаҡланыу маҡсатында прививка эшләтергә саҡырҙы.
Рафиҡ Әхмәтшин






