Ишамғол тауы битендәге Фәйез шишмәһе төҙөкләндерелде. Был эш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолованың башланғысы менән «Атайсал» проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды.
Фәйез ҡоҙоғона ҡағылышлы риүәйәттәр бер нисәү. Әммә уларҙың барыһының да мәғәнәһе изгелек, яҡшылыҡ кеүек төшөнсәләр менән бәйле. Һөйләүҙәренсә, уға исемде халыҡ шәфҡәтле һәм хаҡ ғәмәлдәре менән билдәле кеше исеме менән атаған.
Тирә-яҡ ауыл халҡы борон-борондан ошо шишмә һыуын эскән, уның шифалы булыуына, дауалау ҡөҙрәтенә инанған. Яңыраҡ үткәрелгән тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, уның һыуы ысынлап та, микробиологик, органолептик һәм физик-химик күрһәткестәре буйынса тейешле нормаларға тап килә.
Яңы Байрамғол халҡы матур башланғысты тиҙ арала хуплап, күтәреп ала. Шишмә ҡойма менән уратыла, ял итеү урыны төҙөлә, һуҡмаҡтар һалына, шишмә тирәһе нығытыла. Көҙгә шишмә тирәләй ағас үҫентеләре лә ултыртыласаҡ. Ошо ауылдан сыҡҡан эшҡыуарҙар проектта ихлас ҡатнаша.
Төҙөкләндерелгәндән һуң Фәйез шишмәһе был төбәктең матур биҙәгенә әйләнер, туристар өсөн дә ҡыҙыҡлы объект булыр тип ышана проект авторҙары. Тау битендә ойошторолған күркәм йыйын да ошоға ишара булды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Атайсал» проекты республика башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән мартта эшләй башланы. Уның шарттары буйынса һәр кем тыуған яғына йәки сайттан һайлап алып ниндәйҙер төбәккә ҡулынан килгән ярҙамды күрһәтә ала. Бының өсөн ataisal.ru порталында ярҙам итергә теләгән ауыл-ҡаланы һайлап, үҙенең проектын тәҡдим итергә һәм булышлыҡ төрөн күрһәтергә кәрәк.
Рәмзиә Кәримова






