Бөгөн тиҫтәнән ашыу төбәккә ҡаргиҙәрҙәр тапшырылды.
Заманса техниканы тапшырыу тантанаһы Өфөлә, «ВДНХ-ЭКСПО» күргәҙмә комплексы эргәһендәге майҙанда ойошторолдо. Район вәкилдәре әйтеүенсә, ҡаргиҙәрҙәргә ихтыяж ҙур, сөнки тәбиғәт һағында тороусыларҙың эше йыл әйләнәһенә дауам итә.
Ҡыш, урман-ҡырҙар ҡарға күмелгән ваҡытта ла, йәнлек-кейектәрҙе һәм башҡа тереклекте иҫәпләү алып барыла. Ә иҫке транспорт сараһында алыҫҡа юлланыу кеше ғүмеренә хәүеф менән янай.
Район ойошмаларына ҡаргиҙәрҙәрҙе Башҡортостан һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы тапшырҙы. Заманса транспорт саралары бар талаптарға яуап бирә. Техника хужалары әйтеүенсә, ҡаргиҙәрҙәр тәбиғәтте һаҡлауҙы, браконьерҙар менән көрәште көсәйтергә булышлыҡ итә.
Һуңғы йылдарҙа пилотһыҙ осоу апараттары ла алынған, был үҙ сиратында күҙәтеү эшен яҡшыртҡан. Ә биләмәләр бәләкәй түгел, мәҫәлән, Яңауыл районында ғына 100 мең гектарға яҡын.
Рәмзиә Кәримова






