Ҡағиҙәләр 5 июлдән ғәмәлгә инәсәк. Радий Хәбиров был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһе аша белдерҙе. Ковидҡа ҡаршы яңы сикләүҙәр йәмәғәт туҡланыу өлкәһен, матурлыҡ салондары, физкультура һауыҡтырыу комплекстары, шифахана-курорт селтәре, студент дөйөм ятаҡтары, шулай уҡ ҡала-ара пассажир маршруттары эшмәкәрлеген көйләй.
Бер аҙналыҡ тәнәфес предприятиелар етәкселәренә сикләүҙәргә ентекләп әҙерләнергә һәм халыҡты вакцинациялауҙың әһәмиәте тураһында иҫкәртергә мөмкинлек бирәсәк.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостанда әлегә 490 мең кеше коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләткән.Әммә коллектив иммунитет булдырыу өсөн был күрһәткес кәм тигәндә 4 тапҡырға күберәк булырға тейеш.
Рафиҡ Әхмәтшин




