Ҡала халҡы үҙҙәренең һаулығы өсөн борсолоп ашығыс хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итә, социаль селтәрҙәргә яҙа. Осраҡ буйынса төрлө тармаҡ вәкилдәре тикшереүҙәр башлаған. Ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Күсмә экологик лаборатория атмосфера һауаһын 20 күрһәткес буйынса тикшерә ала. Әле ул Яңы Черкассы ауылы эргәһендәге сүп-сар полигонында эшләй. Үткән аҙнала бында янғын теркәлгәйне. Ҡоролма ярҙамында һауала ацетон, көкөрт водороды, углерод оксиды кеүек биш күрһәткес буйынса норманан тыш бысратҡыс матдәләрҙең булыуы билдәләнгән.
50 гектар майҙанды биләгән полигонда 20 июндә ут сыға Ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр, һуғарыу машиналары йәлеп ителә. Ике көн эсендә янғын тулыһынса туҡтатыла. Баш ҡала етәкселеге билдәләүенсә, әлеге көндә ҡабаттан ут сығыу хәүефе янамай.
Әммә ҡала халҡы томра һәм көслө еҫ барлығын май уртаһында уҡ хәбәр итә башлай. Һуңғы ике аҙнала мөрәжәғәттәр тағы ла артҡан. Был турала Хөкүмәт йортонда үткән брифингта Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү ведомствоһы етәксеһе Анна Казак белдерҙе.
Һауа өлгөләрен алыуҙан тыш, насар еҫтең сығанағын билдәләү кәрәк. Бының өсөн төрлө тармаҡтарҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлеге ярҙам итәсәк. Рәсәй тәбиғәтте күҙәтеү идаралығы киләһе аҙнанан сәнәғәт объекттарында пландан тыш тикшереүҙәр башланасағы тураһында хәбәр итте.
Республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса эшсе төркөм булдырыла. Ҡала халҡына көн һайын атмосфера һауаһының сифаты буйынса мәғлүмәт еткереләсәк. Ялыуҙар булған осраҡта Өфөләр 112 телефон һандары аша хәбәр итә ала.
Әлфинә Килдейәрова






