Башҡортостанда ҡымыҙ миҙгеле етте

Баймаҡ районы Темәс ауылынан Биктимеровтар хужалығында бешелгән шифалы эсемлек тотош республикаға таратыла. Йылҡы йәйләүендә эш барышын БЮТ каналының ижади төркөмө күҙәтте.

Йәш фермер Илнур Биктимеров эшҡыуарлыҡ менән бынан өс йыл элек ныҡлап шөғөлләнә башлай. Дәүләт ярҙамы алып, ул шәхси хужалығын арттырыуға өлгәшә. Әле йәйләүҙә алтмышҡа яҡын бейә һауыла. Һауынсының эшен еңеләйтеү өсөн фермер махсус аппарат һатып алған.

Бейә һөтөн хужабикә Миләүшә Биктимерова бешә. Үҙ ысулдарын ҡулланып, тәүлегенә 250-300 литр ҡымыҙ етештерә ул. Әҙер продукция башлыса, баш ҡалаға, күрше райондарға оҙатыла.

Фермер Грант аҡсаһына 20 баш Герефорд итле тоҡомло таналар һатып ала. Йылдан йыл мал ишәйә. Көньяҡ-көнсығыш төбәктә был тоҡом малдарын үрсетеү уңайлы, тип белдерә Илнур Биктимеров.

Тырыш, өлгөр йүнсел яңы эш башлаусыларға кәңәштәрен йәлләмәй. Һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙер. Ауылдаштарына ла терәк ул. Ситтән бәхет эҙләмәй, ҡаршылыҡтарға бирешмәй, үҙ еренең хужаһы булып йәшәй Илнур Биктимиров.

Фото №1 - Башҡортостанда ҡымыҙ миҙгеле етте

Әлфиә Хәмитова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ