«Геройҙар уҙышы – Urban 2021» йылдың көтөп алынған күләмле сараһы һанала. Экстремаль ярыш һәүәҫкәрҙәр һәм спорт өлкәһендә уңыш ҡаҙаныусылар араһында ойошторолдо.
Һуңғылары киләһе йыл Европа, Донъя чемпионатында ҡатнашыу хоҡуғын яулай. Сәмле уҙыштан беҙҙең ижади төркөм ситтә ҡалманы. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Йылдың көтөп алынған спорт сараһы башланыуға һанаулы ғына минуттар ҡалған. Ҡатнашыусылар тәнен яҙып, быуындарын ҡыҙҙырып алыу өсөн зарядкаға баҫты. Дәртле музыка алға әйҙәй.
Сара ике форматта ойошторолдо. Беренсеһендә чемпионат рәүешле ҡатнашыусыларға 8 саҡрым арауыҡҡа 32 төр ҡаршылыҡ аша үтеү бурысы ҡуйылды. Ә һәүәҫкәрҙәр өсөн иһә ярыш майҙаны өс саҡрым алыҫлыҡҡа билдәләнгәйне. Командалар республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылды. Улар араһында төбәктең эре ойошма-предприятие исеменән сығыш яһаусылар ҙа күп булды.
Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ярыш ҡомары, еңеү яулау теләге менән янды, уға өлгәшеү өсөн бөтөн тырышлығын һалды.
Геройҙар ярышы ул үҙенә күрә көстө һынап ҡарау сараһы ла булып торҙо. Бында ниндәй ҡаршылыҡты еңел, ҡайһыһындыр ауыр үткәрәһең. Ошо тәңгәлдә, команда эше, уның ныҡлығы талап ителде. Сөнки, дистанциялағы бар һынауҙар ҙа бер-береңә ярҙам итеүгә ҡоролдо.
Һынауҙар тәү ҡарашҡа ғына ябай күренде, ә уларҙы үтә башлаһаң хәлдән дә тайырға мөмкин. Өҫтәүенә, эҫе, ҡыҙҙыра. Шулай ҙа, ярыш ҡатнашыусыларының сәмен һыуыҡ һыуҙа ҡойоноп сығыу, унан һуң батҡаҡҡа төшөү тағы ла арттырҙы.
Геройҙар уҙышында һәр кем үҙ көсөн һынап ҡараны тиһәң дә яңылыш булмаҫ. Кемдер бейеклектән, икенселәр һыуҙа йөҙөү ҡурҡыуын еңергә ынтылды.
Азат Ғәлиуллин




