Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә баш ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков сығыш яһаны. Ул Өфөнөң 450 йыллығына торлаҡ төҙөлөшө менән таныштырҙы. 2024 йылғаса ҡалала 3 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Бының өсөн Өфө ярым утрауы һәм Ағиҙел аръяғында комплекслы төҙөлөш була, тип белдерҙе Сергей Греков.
Өфөнөң 450 йыллығы 2024 йылда билдәләнә. Баш ҡаланың юбилейы федераль кимәлдә үткәрелә. Рәсәй Президенты Владимир Путин былтыр ошоға бәйле указға ҡул ҡуйҙы.






