Райондың элекке етәксеһе быйыл 27 мартта коронавирустан вафат булды. “Янып эшләне, ярһып йәшәне. Ул иң тырыш студенттарымдың береһе ине”, - ти Ришат Дихиндың остазы, филология фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Саламатова.
“Ул факультеттың лидеры булды. Унан һәр ваҡыт өлгө ала торғайныҡ”, - ти Ришаттың курсташтары Динара Сафина һәм Марсель Байдәүләтов.
Ришат Дихинға 27 июндә 34 йәш тулған булыр ине. Ул республика радиоһы һәм телевидениеһы, Яҙыусылар союзы, Мәғариф министрлығында эшләне, Ағиҙел ҡала хакимиәтендә мәғариф бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарҙы. Ришат Дихин Асҡын районы хакимиәте башлығы булып ике йыл эшләп өлгөрҙө.






