Йөҙ балл өсөн йөҙ мең һум. Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса Мәғариф һәм фән министрлығына тиҙ арала республика вуздарын һайлаған йәштәр өсөн грант әҙерләү бурысы йөкмәтелде. “Аҡсалата ярҙам алыу юлы ябай һәм уңайлы булырға тейеш”, - тине Радий Хәбиров.
Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгә 89 уҡыусының Берҙәм дәүләт имтиханы 100 балға баһаланған. 4 сығарылыш уҡыусыһы ике фәндән дә юғары билдә алған. Теүәл һөҙөмтәләр 8 июлдән һуң билдәле була.






