Башҡортостанда июндә 89 меңдән ашыу бала йәйге лагерҙарҙа ял иткән

Фото №1 - Башҡортостанда июндә 89 меңдән ашыу бала йәйге лагерҙарҙа ял иткән

Бөгөн Премьер-министр Андрей Назаров үткәргән Хөкүмәт ултырышында йәйге һауыҡтырыу кампанияһы барышы ҡаралды. Республикала беренсе сменала 1 мең 184 ойошма мәктәп уҡыусыларын ҡабул иткән. Федераль исемлектә күрһәтелгән ҡала яны лагерҙар һаны буйынса Башҡортостан өсөнсө урында. Беҙҙең республиканан 48 балалар һауыҡтырыу ойошмаһы мирпутешествий.рф сайтында теркәлгән. Бында путевка алған өсөн ҡаҙнанан 50 процент хаҡы кире ҡайтарыла. Балалар лагерҙарында санитар-эпидемиологик талаптар үтәлешенә етди иғтибар бирелә.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ