1921 йылда Өфөлә тубдиспансер асыла. Бер нисә йылдан башҡа ҡалаларҙа ла ошондай медицина учреждениеларына нигеҙ һалына. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, планетала йыл һайын 10 миллиондан ашыу кеше туберкулез менән ауырый. Был сир үлемгә килтергән төп сәбәптәрҙең береһе булып ҡала. Беҙҙең республикала туберкулез йәштәрҙә йышыраҡ осрай. Һуңғы йылдарҙа унан үлеүселәр кәмей. Был турала беҙгә биргән интервьюһында Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш фтизиатры Миңленур Азаматова белдерҙе.
Республикала туберкулез менән сирлеләр өсөн шифаханалар ҙа уңышлы эшләй. Мәҫәлән, “Толпар” балалар санаторийында йыл һайын 7 мең самаһы бала һаулығын нығыта.






