Әле исемлектә күрһәтелгән 120 проект тормошҡа ашырылған. Заявкалар һаны буйынса райондар араһында Ҡалтасы, Иглин, Асҡын, Ғафури һәм Тәтешле, ҡалаларҙан – Өфө, Нефтекама һәм Күмертау алда килә. Проектҡа эшҡыуарҙар, депутаттар, спортсылар һәм сит илдә йәшәгән яҡташтар ҡушылған. “Атайсал” проекты буйынса һәр кем тыуған яғына ярҙам күрһәтә ала.






