Башҡортостандың күп милләтлелек тәжрибәһен Европала именлек һәм хеҙмәттәшлек ойошмаһы өйрәнә

Бөгөн ойошманың милли аҙсылыҡ буйынса юғары комиссары Кайрат Абдрахманов Өфөгә килде. Башҡортостан башлығы менән осрашыуҙа конфессия-ара татыулыҡ һәм күп милләтле төбәктәрҙә именлек мәсьәләләре өйрәнелде.

Юғары комиссар бындай миссия менән Рәсәйҙә тәүгә һәм тап Башҡортостандың һайланыуы осраҡлы түгел. Республика ысын мәғәнәһендә мәҙәниәттәр киҫелеше, Бында бик күп милләттәр төпләнгән һәм уларҙың туғандарса йәшәүе күптәргә үрнәк, тине Кайрат Абдрахманов. 4 миллион кеше йәшәгән Башҡортостанда 160 милләт вәкилдәре көн итә.

Фото №1 - Башҡортостандың күп милләтлелек тәжрибәһен Европала именлек һәм хеҙмәттәшлек ойошмаһы өйрәнә

Айнур Кәбиров

Волна
Акции БСТ