65 йәшлек пациент үҙен яҡшы тоя. Ҡатмарлы әмәлиәттәр клиникала йыш яһала, бының өсөн заманса медицина техникаһы һәм алдынғы тәжрибәле хирургтар бар. Йөрәк сирҙәренә үткәреләгән уңышлы операцияларҙы БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева күҙәтте.
Операция ваҡытында йөрәктең эшен ошо аппарат башҡара. Республика кардиология үҙәгендә ауыр һәм ҡатмарлы операцияларҙың береһе. Аорта аневризмаһы диагнозына операция заманса ысулдар ярҙамында яһала. 75 йәшлек ханыма асыҡ әмәлиәт өс сәғәткә яҡын дауам итә.
Йөрәккә яһалма клапандар ҡуйған осраҡта пациентҡа ғүмер буйы дарыу эсеп йәшәргә тура килер ине. Сифатлы һәм оҙон ғүмер бүләк итәбеҙ, ти тәжрибәле хирург.
Радик Шамил улы 25 йыл буйы баш ауыртыуынан, ҡан баҫымы күтәрелеүенән интеккән. Яңыраҡ инфаркт кисергән. Кардиохирургтарға уның йөрәгенә операцияны ашығыс хәлдә эшләргә тура килгән.
Баймаҡта йәшәүсе Сәрүәр Сәлимгәрәй ҡыҙын иһә оҙаҡ ваҡыт остеохондроздан дауалағандар. Хәле киҫкенләшә башлағас, ул да кардиоүәҙккә килгән. Әмәлиәттән һуң бер аҙна үткән. Йөрәгенең бөтөнләй башҡаса тибеүенә ул күнегеп тә бара.
Ә Салауаттан 65 йәшлек пациентты иһә киреһенсә, урындағы табиптар йөрәгендә тайпылыш барлығын асыҡлап ваҡытында ебәргән, тип билдәләй баш ҡала табиптары. Сөнки һирәк осраҡ. Рентген хирургтар фистуланы үҙенсәлекле ысул менән ҡаплауға ирешкән. Әмәлиәт Италия хирургы консультацияһы ярҙамында эшләнгән.
Элек пациенттарға ошондай ҡатмарлы операциялар өсөн илдең башҡа ҡалаларына, хатта сит илгә сығырға тура килһә, хәҙер донъяуи кимәлдәге медицина ярҙамы үҙебеҙҙә күрһәтелә. Кардиология үҙәгендә ошондай ҡатмарлы операциялар йыш яһала.
Кардиология үҙәге табиптары республика райондарына сығып, халыҡты ҡабул итеү ойоштора. Был йөрәк сирҙәрен ваҡытында билдәләргә һәм юғары сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеүгә ярҙам итә.
Рәмилә Исмәғилева




