Шаран районы үҙәгендә «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы сиктәрендә юл ситтәре төҙөкләндерелә.
Ауылда йәйәүлеләргә уңайлы шарттар тыуҙырыуға контракт буйынса «Мосдорстрой» йәмғиәте йәлеп ителгән. Күләмле эш бер юлы төрлө урында алып барыла – бер яҡта эшселәр тротуарға асфальт түшәп, бордюрҙар теҙһә, икенсе участкаларҙа әле яңы буласаҡ тротуар урындары билдәләнә.
Төҙөлөш эштәрен 1 сентябргә тамамлау планлаштырыла. Яҡын арала арала район үҙәгендә халыҡ күпләп йөрөгөн бер нисә участкала тротуарҙар һалыу ҡарала. Әлегә эш билдәләнгән майҙандың яртыһында ғына тамамланһа ла, күптәр яңы уңайлыҡтарҙы баһалап өлгөргән дә инде.
Гөлдәриә Йосопова




