Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа ошондай ҡанун ҡабул ителде. Урындағы халыҡ проблемаларын хәл итеү маҡсатында тәҡдим менән урындағы хакимиәткә мөрәжәғәт итә ала. Проекттар урындағы сығым, республика ҡаҙнаһынан бюджет-ара трансферт, ирекле түләү, граждандар, шәхси эшҡыуарҙар һәм ойошмалар иғәнәһе иҫәбенә финанслана. Улар тәүҙә дөйөм йыйылышҡа сығарыла. Хупланғандан һуң хакимиәткә тапшырыла. Урындағы етәкселәр проекттарҙы 30 көн эсендә ҡарарға тейеш.




