Башҡортостан доньяның 39 иленән 1 меңдән ашыу кешене ҡабул итә. Бөтә коллективтар ҙа үҙ илдәрендә ПЦР-тест үтә. Рәсәйгә килгәс тә контроль үтәләр. Һәр ижади коллектив үҙ автобусында ғына хәрәкәт итә, көнөнә ике тапҡыр термометрия уҙғарыла. Фольклориаданы асыу тантанаһынан тыш, бөтә саралар ҙа асыҡ һауала була.




