Әммә тиҙҙән прививка яһатмағандар өсөн эшкә урынлашыу һәм хеҙмәттәр менән файҙаланыу ҡыйынға төшөсәк тип белдерҙе Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республика башлығы Радий Хәбиров.
Радий Хәбиров вакцина яһатҡан граждандарға рәхмәт белдерҙе. Һуңғы аҙнала вакцина яһатыу әүҙемлеге 10 тапҡыр артҡан.






