Башҡортостанда юғалған ирҙе өс аҙна эҙләйҙәр

25 ғинуар көндө Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылында йәшәгән 27 йәшлек Замир Бәхтиев хәбәрһеҙ юғалған. Өс аҙна инде уның ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ.

Фото №1 - Башҡортостанда юғалған ирҙе өс аҙна эҙләйҙәр

Ирҙең буйы 160 сантиметр, уртаса буй-һынлы. Ҡара сәсле, ҡуңыр күҙле. Юғалған көндө ул һоро куртка, сағылдырғыстар беркетелгән ҡара-күк салбар кейгән була.

Юғалыусы тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белеүселәргә ирекмәндәрҙең 8 905 307 99 59, 8 967 735 48 57, 8 996 403 16 40 телефондары буйынса шылтыратыуҙары, йә полицияға хәбәр итеүҙәре һорала.

Волна
Акции БСТ