Әммә профиль ведомстволар һауа таҙалығын һәм баш ҡалалағы нефть эшкәртеү предприятиеларын тикшереүен дауам итә. Был турала ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Анна Казак белдерҙе.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем Өфө халҡы ҡалалағы яман еҫкә зарлана ине. Белгестәр бының сәбәбе тип елһеҙ эҫе көндө һәм Черкассы полигонындағы сүп- сарҙың яныуын атаны.






