100 киловатт тауыш һәм 800 квадрат метр диодлы экран

Фото №1 - 100 киловатт тауыш һәм 800 квадрат метр диодлы экран

Фольклориаданы асыу майҙансығы - "Өфө-Арена" һарайында сит ил ҡунаҡтарын ҡаршы алыуға әҙерлек бара. Тантанала меңдән ашыу артист ҡатнашыуы көтөлә. Әле репитицияларҙың иң ҡыҙған мәле, Башҡортостан һәм Рәсәй коллективтары тулы составта сығыштарын ҡабатлай. Халыҡ-ара фестивалде асыу тантанаһында башҡорт халыҡ ижады өлгөләре күрһәтелә. “Майҙан милли стилдә биҙәлә, сағыу шоу-программа көтөлә”, - ти режиссер ярҙамсыһы Айһылыу Байғусҡарова.

100 киловатт тауыш һәм 800 квадрат метр диодлы экран

Фольклориада 3 июлдә башлана. Унда ҡатнашыусылар райондарҙа ла сығыш яһай. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тамашаларҙы тура эфирҙа күрһәтә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ