“Күп милләтле Башҡортостан башҡа илдәр өсөн татыулыҡ һәм берҙәмлек өлгөһө булып тора”

Фото №1 - “Күп милләтле Башҡортостан башҡа илдәр өсөн татыулыҡ һәм берҙәмлек өлгөһө булып тора”

ОБСЕ-ның аҙ һанлы халыҡтар эштәре буйынса юғары комиссары Кайрат Абдрахманов бөгөн шулай тип белдерҙе. Хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошма вәкиле Республика халыҡтары Ассамблеяһы Советы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина менән осрашты. Һөйләшеү этник һәм мәҙәни күп төрлөлөктө үҫтереү, халыҡтар телдәре сәйәсәтен тормошҡа ашырыу тураһында барҙы. “ОБСЕ вәкиле биргән баһа республика халҡына яуаплылыҡ өҫтәй”, - ти Зөһрә Рәхмәтуллина.

“Күп милләтле Башҡортостан башҡа илдәр өсөн татыулыҡ һәм берҙәмлек өлгөһө булып тора”

ОБСЕ – хәүефһеҙлек мәсьәләләре менән шөғөлләнгән халыҡ-ара ойошмаларҙың береһе. Ул Төньяҡ Америка, Европа һәм Үҙәк Азияла урынлашҡан 60-ҡа яҡын илде берләштерә.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ