“Юлдаш” радиоһы иң яҡшы уҡытыусыны сәйәхәткә ебәрә

Фото №1 - “Юлдаш” радиоһы иң яҡшы уҡытыусыны сәйәхәткә ебәрә

Бөгөн эфир тулҡындарында ошондай конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Уның шарттары буйынса, радиотыңлаусылар иң яҡшы тип һанаған педагогты социаль селтәрҙә конкурсҡа тәҡдим итергә тейеш ине. Иң күп лайк йыйған 10 кеше финалға сыҡты. Тауыш биреү һөҙөмтәһендә бер еңеүсе билдәләнде. Ул Дыуан районы Мәсәғүт лицейының башланғыс кластар уҡытыусыһы Альбина Нәсибуллина. “Беҙ – уҡытыусылар ғаиләһе”, - ти ул.

“Юлдаш” радиоһы иң яҡшы уҡытыусыны сәйәхәткә ебәрә

Конкурс еңеүсеһе “Башҡорт иле” туристик базаһына ун мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Финалға сыҡҡан башҡа ҡатнашыусыларға “Юлдаш” радиоһының Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ