Иртәгә һауа торошо 38 градусҡа тиклем күтәрелә

Эҫе тағы ла көсәйә. Синоптиктар билдәләүенсә, иртәгә һауа торошо 38 градусҡа тиклем күтәрелә.

Төбәктә юғары янғын хәүефе һаҡлана. Шаршамбы урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал. Елдең тиҙлеге секундына 18-23 метрға тиклем көсәйер тип көтөлә. Айырым райондарҙа көслө дауыл да үтте.

Нөгөш һыуһаҡлағысында ямғыр, боҙборсаҡ яуған. Ял итеүселәр төркөмө понтон өҫтөндә үҙҙәре генә ҡалған. Шаһиттар әйтеүенсә, һалдың бер арҡаны өҙөлөп кешеләрҙе ярҙан алып киткән. Бәхеткә, зыян күреүселәр юҡ.

Фото №1 - Иртәгә һауа торошо 38 градусҡа тиклем күтәрелә

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ