Сибайҙарға вакцина. Әлеге көндә Башҡортостан 600 мең доза вакцина менән тәьмин ителде. Уларҙың һуңғы партияһы 27 июндә килтерелгәйне.
Меңдән ашыу «Спутник Ви» вакцинаһы Сибай ҡалаһына ла ебәрелә. Әлеге көндә республиканың көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан ҡалала 300-гә яҡын вакцина ҡалған. Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн прививка ҡаҙатырға яҙылыу өсөн бер нисә пункт асылған. Улар китапханаларҙа, «Ирәндек» һәм «Алтын» йәштәр һәм үҫмерҙәр клубында эшләп килә.
Хеҙмәткәрҙәр прививка ҡаҙатырға теләүселәргә бланктарҙы тултырырға ярҙам итәсәк. Артабан документтар Ҡаланың үҙәк дауаханаһына ебәрелә. Өҫтәмә вакцина килгән осраҡта ҡала халҡына шәхсән хәбәр ителәсәк.
Әлфинә Килдейәрова




