Ҡалтасы районында йәшәүсе 8 ғаиләгә фатир асҡыстары тапшырылды

Улар был бәхеткә «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли һәм «Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло ҡыҫҡартыуҙы тәьмин итеү» федераль проекттары сиктәрендә эйә булды. Фонд ярҙамында 2023 йылда сафҡа инәсәк йорт, ваҡытынан алда төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырылған.

Йорттарҙы төҙөү өсөн федераль бюджеттан аҡса бүленә. Республика һәм муниципалитеттар ҙа финанслауҙа үҙ өлөшөн индерә. Беҙҙең маҡсат 2024 йылға тиклем күберәк ғаиләләрҙе уңайлы һәм яҡты йорттарға күсереү.

Алексей Новиков, Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министрының беренсе урынбаҫары

Республикала граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан яңыһына күсеү адреслы программаһы 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Һуңғы алты йылда Ҡалтасы районында халыҡты был тәңгәлдә маҡсатлы эш алып барыла. Ошо ваҡыт эсендә 23 яңы йорт төҙөлгән, 400-гә яҡын кеше фатирлы булған.

Фото №1 - Ҡалтасы районында йәшәүсе 8 ғаиләгә фатир асҡыстары тапшырылды

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ