Европала именлек һәм хеҙмәттәшлек ойошмаһының милли аҙсылыҡ буйынса юғары комиссары Кайрат Абдрахманов Башҡортостандың күп милләтлелек тәжрибәһен өйрәнергә килде. Бөгөн ул «Торатау» конгресс-холында уҙған кәңәшмәлә ҡатнашты.
Конфессия-ара татыулыҡ һәм күп милләтле төбәктәрҙә именлек мәсьәләләрен тикшереү өсөн Башҡортостан осраҡлы һайланмаған. Беҙҙә 160 милләт вәкиле йәшәй.
Башҡорт, татар, латыш, украин, белорус һәм башҡа милләттәрҙең тарихи-мәҙәни үҙәктәре күргәҙмә ойошторҙо. Комиссарҙы улар йолалар, музейҙарҙа һаҡланған ҡомартҡылар һәм эштәре менән таныштырҙы.
Рәмилә Исмәғилева




