Сентябрҙә үтәсәк һайлау көндәрендә Башҡортостанда 3404 участка һайлау комиссияһы эшләйәсәк

Мөһим кампанияның ғәҙеллеген 7 мең кешенән торған йәмәғәт күҙәтеүсеһе тәьмин итәсәк.

Апрелдән алып улар өсөн бик күп семинарҙар ойошторолдо. Республиканың йәмәғәт палатаһы вәкилдәре әйтеүенсә, уҡыуҙа ҡатнашыусылар иңенә оло яуаплылыҡ һәм мөһим бурыстар һалына.

Улар һайлау участкаһындағы низағлы осраҡтарҙы хәл итергә, провокацияларҙы алдан тойорға тейеш. Көҙгөһөн үтәсәк һайлауҙарҙа 18 йәше тулған һәр кем йәмәғәт күҙәтеүсеһе була ала. Бының өсөн документарҙы Йәмәғәт штабы ҡабул итә.

Фото №1 - Сентябрҙә үтәсәк һайлау көндәрендә Башҡортостанда 3404 участка һайлау комиссияһы эшләйәсәк

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ