Ҡеүәтле предприятиены сафҡа индереүгә 6 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә.
Ҡошсолоҡ тармағы буйынса махсуслашҡан предприятиелар Әлшәй районында 2012 йылда уҡ сафҡа индерелә башлай. Әле бында тағы ла яңы корпустар төҙөлә, унда бройлер йомортҡалары сығарыласаҡ. Проект 2024 йылға тиклем тормошҡа ашырыла, барыһы 12 етештереү майҙансығы төҙөү ҡаралған.
Инвесторҙар әйтеүенсә, башҡа ҡошсолоҡ предприятиеларынан айрымалы, был фермалар ауылдарҙан алыҫ урынлашҡан. Шуға күрә еҫ таралыу проблемаһы юҡ. Икенсенән, ҡалдыҡтарҙы сығарыу менән дә ҡатмарлыҡтар булмаясаҡ. Хужалыҡтың үҙенең баҫыуҙары бар. Әлшәй райны хакимиәте етәкселәре фекеренсә, предприятиеның эшмәкәрлеге киңәйеү менән яңы эш урындары барлыҡҡа килә, урындағы бюджетҡа һалым да түләнә.
Әлшәй районы Тавричанка ауылында заманса сусҡасылыҡ комплексы эш башланы. Бында бөгөн 2 мең 500 баш тәүге партия ҡабул ителде. Йыл аҙағына тиклем сусҡалар иҫәбен 16 меңгә еткереү ҡаралған. Ә киләһе йылда һан тағы ла дүрт тапҡырға тиерлек артасаҡ. Яңы предприятиела 100-гә яҡын кешегә эш урыны асылған да инде.
Был комплекс Республика башлығы рәйеслегендәге Инвестиция сәғәтендә ҡаралған проекттарҙың береһе. Һалынған аҡса күләме 1 миллиард 600 мең һум тирәһе. Август аҙағында ит компанияһының Бәләбәй районындағы майҙансығы ла эш башлай.
Рәмзиә Кәримова




