Тапшырыу бөгөн Мәскәү ваҡыты менән 12 сәғәттә башлана. Президенттың матбуғат секретаре Дмитрий Песков әйтеүенсә, был юлы юғары технологиялар ҡулланыла. Граждандар һорауҙарҙы студиянан түгел, ә мобиль ҡушымталар аша еткерә ала. Беренсе канал, “Рәсәй-1”, ”Рәсәй-24”, “НТВ”, “МИР”, “ОТР” телеканалдары бәйләнеште тура эфирҙа күрһәтә. Уны “Рәсәй радиоһы”, “Вести FM” һәм “Маяк” радиостанцияларында тыңларға була.






