Юбилей уңайынан медицина учреждениеһы коллективын Радий Хәбиров тәбрик итте. Башҡортостан Башлығы бында һәр саҡ ярҙамға әҙер булған берҙәм, көслө һөнәрмәндәр командаһы эшлй, тип белдерҙе. 22-се дауахана күп профилле дауалау-диагностика үҙәге иҫәпләнә. Йыл дауамында стационарҙа 15 мең самаһы операция яһала. Радий Хәбиров медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт еткерҙе, дауахананың 12 белгесенә дәүләт наградалары тапшырҙы.






