Дәүләт башлығы был хаҡта бер сәғәт элек башланған “тура бәйләнеш” барышында белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта ул эпидемияны туҡтатырға вакцина ғына ярҙам итәсәк тип билдәләне. Владимир Путин ниндәй прививка яһатыуы хаҡында ла һөйләне.
Әлеге ваҡытҡа халыҡтан 2 миллион самаһы һорау килгән. Уларҙың күбеһе телефон аша ҡабул ителгән. 700 меңгә яҡын кеше “Мәскәү – Путинға” мобиль ҡушымтаһын файҙаланған. “Бер генә һорау ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ”, - тине ил етәксеһе. Владимир Путин менән тура бәйләнеш дауам итә. Уны федераль телеканалдарҙа ҡарарға мөмкин.






